Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
21 Октябрь 2020, 21:25

64-се йәшендә китте

Ул ниндәй вазифалар башҡарған?

Өфөлә Башҡортостан Үҙәк һайлау комиссияһының элекке рәйесе, Башҡорт иретеп йәбештереү һәм сәнәғәт етештереү колледжы директоры Рәмил Мәжитов ауырыуҙан һуң арабыҙҙан китте.
Рәмил Ғиниәт улы 1957 йылда Күгәрсен районының Үрге Һаҙ ауылында тыуған. Стәрлетамаҡ педагогия институтын тамамлай. Хеҙмәт юлын Мәҡсүт ауыл мәҙәниәт йорто директоры булып башлай. Төрлө белем усаҡтарында мәктәп директоры була, Күгәрсен районының мәғариф бүлеге начальнигы вазифаһын башҡара. 2003 йылда Башҡортостан Хөкүмәтенең гуманитар мәсьәләләр һәм милләт эштәре буйынса бүлегенең баш белгесе итеп тәғәйенләнә. 2003 – 2008 йылдарҙа Күгәрсен районына етәкселек итә. 2008 йылда Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе була. 2010 – 2018 йылдарҙа – Башҡортостан Мәғарифты үҫтереү институты ректоры. 2019 йылда Башҡорт иретеп йәбештереү һәм сәнәғәт етештереү колледжы директоры итеп тәғәйенләнә.
Рәмил Ғиниәт улы РФ-ның мәғарифы отличнигы, РФ –ның дөйөм белем биреүҙең почетлы хеҙмәткәре, БР-ҙың атҡаҙанған уҡытыусыһы, сәйәси фәндәр кандидаты.
Мәрхүмдең ғаиләһенең, туғандарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ.
Читайте нас: