Радий Хәбиров хәбәр итеүенсә, сауҙа хеҙмәттәшлегенең өҫтөнлөклө йүнәлештәре – химия һәм нефть химияһы продукцияһы, ағас, металл әйберҙәр, ауыл хужалығы һәм хәләл аҙыҡ-түлекте сит илдәргә оҙатыу.
Хәҙерге көндә Төркиә – Башҡортостандың 2,8% өлөш менән тышҡы иҡтисади эшмәкәрлек буйынса унынсы партнеры.
Әйтәйек, былтыр Башҡортостандың Төрөк Республикаһы менән тышҡы сауҙа әйләнеше 140 миллион һум тәшкил иткән. Шуның 135,8 миллион доллары — экспорт.
2020 йылдың тәүге ете айында тышҡы сауҙа әйләнеше 64,1 миллион булһа, уның 58,1 миллионы — экспорт.