Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
21 Октябрь 2020, 11:10

Сирҙе билдәләргә ярҙам итә

Уның өҫтөнлөгө нимәлә?

Бөрө районы үҙәк дауаханаһына яңы коронавирус инфекцияһы менән сирләгәндәргә медицина ярҙамы күрһәтеү өсөн компьютер томографы алынды. Уның өҫтөнлөктәре күп.
Заманса ҡорамал эшләй башлау менән контраст рентгенологик тикшеренеү ярҙамында магистраль ҡан тамырҙарынан тыш, периферик тамырҙар торошон асыҡларға мөмкин буласаҡ. Программа баш мейеһендәге ҡан тамырының тромб менән тығылған урынын билдәләргә ярҙам итәсәк.
Компьютер томографияһы төрлө сирҙәрҙе диагностикалау өсөн киң ҡулланыла. Уның юғары мәғлүмәтлелеге һәм һүрәттәренең яҡшы сифатлы булыуы табиптарға хирургия йәки терапия патологияларын аныҡ билдәләргә, сирҙең артабанғы үҫешен күҙалларға һәм дауалауҙың тәьҫирле ысулын һайларға ярҙам итәсәк.
Ҡормал Рәсәй президенты Владимир Путиндың “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы алынды.
Читайте нас: