Шоңҡар
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
21 Октябрь 2020, 20:20

Улын тартып алалар

Сит илдә ҡанундар шулай ҡатымы?

42 йәшлек Жанна Пилкина пандемияға тиклем улы менән Францияға ял итергә бара. Һуңынан күпме ҡайтырға тырышһа ла, килеп сыҡмай. Урындағы хөкүмәт, ағымдағы йылдың декабрь аҙағына тиклем, уларға йәшәргә рөхсәт итә.
Францияла 7 йәше тулған һәр бала уҡырға барырға тейеш. Лев та, уҡыу йәшенә еткәнлектән, урындағы мәктәпкә йөрөй башлай. Үткән аҙнала, уҡыу ваҡытында, хеҙмәткәрҙәр ҡунаҡханала малайҙың йөрөгәнен күреп ҡалалар. Һуңынан урындағы тәртипкә буйһонорға теләмәгән әсәнән улын тартып алып, балалар йортона урынлаштыралар.
“Быға тиклем дә һуңлағаныбыҙ бар ине. Уҡырға бармаған өсөн дә шундай ҡаты ҡанундар бар икәнлеген кем белгән инде”, - ти әсә кеше.
Читайте нас: