Шоңҡар
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
22 Октябрь 2020, 08:05

Алты йәшлек малай ике туғанын ҡотҡара

Янғын сыҡҡанда юғалып ҡалмаҫҡа тәрбиәсеһе өйрәткән.#ВладимирПутин

Пермь крайының Кудымкар ҡалаһында алты йәшлек оло йөрәкле малай ике туғанын – биш йәшлек ҡустыһын һәм игеҙәгенең һыңарын янғындан ҡотҡара. Өс малай өйҙә яңғыҙы була. Ни сәбәптәндер шәхси йортта янғын сыға. Денис юғалып ҡалмай. Башта игеҙәктәр туғандарын тәҙрәнән сығаралар, һуңынан игеҙәгенең һыңарына ярҙам итә. Аҙаҡ ҡына үҙе һикерә.
“Ут ҡапыл килеп сыҡты. Шунда уҡ тотош өй төтөн менән дә тулды. Ҡустыларым илай башланылар. Ә мин балалар баҡсаһында тәрбиәсем Ольга Степановнаның: “Янғын сыҡһа йәшенергә ярамай. Тиҙерәк тышҡа сығыу юлын ҡарарға кәрәк”, - тигән һүҙҙәрен иҫкә төшөрҙөм”, - ти бәләкәй батыр.
Кудымкар ҡалаһының янғын һүндереүселәре бәләкәс ҡотҡарыусыға уйынсыҡ янғын һүндереү машинаһын бүләк иткәндәр. Ә декабрь айында ил башлығы В. Путин ҡулынан “Янғында күрһәткән батырлығы өсөн” миҙалын алырға йыйына.
Читайте нас: