Табип хатаһы тураһында күп һөйләйбеҙ. Дүрт аяҡлы ат та абына, тип ҡул һелтәүселәр ҙә бар. Әммә кеше һаулығы, ғүмере һағында тороусылар барыбер ҙә уяуыраҡ буларға, үҙ эштәрен намыҫ менән башҡарырға тейештер.
Күптән түгел Өфөнөң 21-се дауаханаһында гайморит менән ауырып килеүсе ир үҙенең “йөклө” икәнен белгән. Уны хатта ҡатын-ҡыҙҙар табибы гинекологҡа ла ҡаралырға тәҡдим иткәндәр.
“Баланы ҡалдырырға ҡарар иттем!” – ти ир-егеттәр араһынан тәүге тапҡыр “әсәй” булырға йыйыныусы Салауат Әсхәтов. Бындай осраҡтар бүтәнсә ҡабатланмаһын өсөн һаулыҡ һаҡлау министрлығына ла мөрәжәғәт иткән.
Был яңылыҡ хәҙер тотош донъяға таралған тиһәң дә шаштырыу булмаҫ. Рәсәй яңылыҡтарын яҡтыртып барыусы “Төп яңылыҡтар” төркөмөндә был хәбәрҙе төрлөсә ҡабул иткәндәр. Күптәр иргә баланы “ҡалдырырға” кәңәш итә. Аяҡҡа баҫтырырға ярҙам итербеҙ, тиҙәр. Икенселәр иһә, тәүге ир кеше “бала тапҡас”, хөкүмәт күпме түләр икән, тип шаярта.