Шоңҡар
+3 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Новости
22 Октябрь 2020, 15:25

Күпер төҙөлөшө йылдам бара

Был күперҙең оҙонлоғо күпме буласаҡ?

Өфөлә Воровский урамы тәңгәленән Ағиҙел аша күпер төҙөлөшө дауам итә. Әлеге мәлгә башҡараһы бурыстың 52 проценттан ашыуы үтәлгән.
Әлеге ваҡытта күперҙең 1-се һәм 5-се һанлы таяуҙары тулыһынса эшләнгән, 6-сы һәм 7-сеһендә эштәрҙең 80 һәм 85 проценты башҡарылған. “Уралмостострой” йәмғиәте генераль директорының Башҡортостан Республикаһы буйынса урынбаҫары Василий Чекуров белдереүенсә, таяуҙарҙы урынлаштырыу һалҡындар башланғанға тиклем тамамланасаҡ. Шулай уҡ әле нығытыу ҡорамалдарын йыйыу, монтажлау, уң яҡ ярға, йәғни ҡалаға табан һуҙыласаҡ ҡоролмаларҙы иретеп йәбештереү эштәре алып барыла.
Подрядсы ойошма вәкиле билдәләүенсә, төҙөлөш материалдары һәм металл ҡоролмалар менән тәьмин ителеү йәһәтенән проблемалар юҡ."Күперҙең төп өлөшөн тәшкил итәсәк 6000 тонна металл ҡоролмаларҙың 3800 тоннаһы участкаға килтерелгән. Был эш даими дауам итә, – тине Василий Чекуров. – Бөгөнгә 3000 тонна металл конструкция ҡоролған, һәм был һан көндән-көн арта бара".
Күпер төҙөлөшөнә ҡағылышлы эштәр ике сменала ойошторолған. Барыһы ла графикка ярашлы алып барыла. Эштәр ял һәм байрам көндәрендә лә туҡтамай. Әлеге ваҡытта объектта яҡынса 270 төҙөүсе иҫәпләнә. Юл япмаһын эшләү, асфальт түшәү, билдәләр һалыу, яндауырҙар ҡуйыу осоронда уларҙың һаны 450-500-гә етер тип күҙаллана.
Күпер һалыусылар билдәләүенсә, был төҙөлөш улар өсөн дә үҙенсәлекле һанала, сөнки ҡоролма 1956 һәм 1993 йылдарҙа төҙөлгән ике күпер араһында буласаҡ.
"Элек был урында ағас күпер булған. Нигеҙ һалыу эштәрен алып барғанда шул ҡоролманың ҡайһы бер өлөштәрен тап итергә тура килде, – ти 30-сы Күпер отряды участкаһы начальнигы Дмитрий Сережкин. – Ҡыҫынҡы шарттар, әлбиттә, крандар менән иркенләп эшләү мөмкинлеге бирмәй".688 метр оҙонлоҡтағы яңы күперҙә “Өфө – Аэропорт” йүнәлешендә өс һыҙатлы хәрәкәт ойоштороласаҡ. Яңы ҡоролма сафҡа индерелгәс, 1956 йылда төҙөлгән иҫкеһе реконструкциялау маҡсатында ябыласаҡ.
Был эш “Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” милли проектына ярашлы тормошҡа ашырыла.

Читайте нас: