Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
22 Октябрь 2020, 14:10

“Санта-Барбара” фильмының хәҙерге варианты

Бәлки, баланан һуң, йәш әсәнең нервылары ҡаҡшағандыр?

Хәҙер билдәлелек яулау өсөн тау аҡтарырға ла, ҡаҙалып китеп уҡырға, эҙләнергә лә кәрәкмәй... Ун алты йәшкә тиклем бала тапһаң да етә... Һуңынан үҙәк каналдарҙың береһендә тапшырыуға төшәһең дә, инстаграмда нисек йәшәүеңде эҙмә-эҙлекле итеп һалып бараһың.
Өфөнән 16 йәшендә үк әсәй булырға өлгөргөн Любовь “Беременна в 16” тапшырыуына төшкәндең икенсе көнөнә үк “йондоҙ” булып уяна. Сабыйҙың атаһы уларҙан тәүҙә үк баш тарта. Әммә һары сәсле, ирендәрен ослайтып һөйләшә белгән, тормошон еңел-елпе ваҡиғалар менән әленән-әле байытып торған ҡыҙға, үҙе кеүек үк йәштәр араһынан, өйләнергә теләүселәр быуа быуырлыҡ. Женяның балалы ҡатын алып, ғаилә ҡорорға теләүен, бәлки, күптәр хуплағандыр. Тик, үтә ҡыҙыл тиң уңа тиҙәрме әле? Ошо уҡ тапшырыуға төшкән ике ҡыҙ менән һыра эсеп төшкән видеолары аша “тотола”.
Хәҙер йәштәр араһында низағ сыҡҡан. Инстайондоҙ егеткә төрлөсә бысраҡ яға. Көсләне, ҡул күтәрҙе тип, ул үҙен йәлләтә. Егет иһә уны бурлыҡта ғәйепләй. “Хәрби билетымды алды”, - ти ул. Дөйөм алғанда, “Санта-Барбара” фильмының хәҙерге варианты бара. Йәш әсә үҙенең һүҙе өҫкә сыҡмағас, яҙылыусыларын үҙенә ҡул һалыу менән дә ҡурҡыта башлаған. Бәлки, йәш әсәгә медицина ярҙамы кәрәктер?
Читайте нас: