Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
23 Октябрь 2020, 08:15

Йылайырҙа яңы ФАП

Ике ауылды хеҙмәтләндерәләсәк ФАП 450 оло йәштәге кеше һәм 85 бала өсөн иәҫпләнгән.

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың указына ярашлы, "Һаулыҡ һаҡлау" милли проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә, Йылайыр районының Сидоровка һәм Байғужа ауылдарында өр-яңы модулле фельдшер-акушерлыҡ пункты төҙөлә. Улар икеһе лә Үрге Ғәле ауыл биләмәһенә ҡарай. Яңы ФАП төҙөү - көн талабы, сөнки ауыл халҡы заманса уңайлыҡтары булған медицина учреждениеһы ярҙамына мохтаж. Ул барлыҡ санитар талаптарына яуап бирерлек итеп төҙөлә, заманса медицина ҡоролмалары менән йыһазландырыласаҡ. Ике ауылды хеҙмәтләндерәләсәк ФАП 450 оло йәштәге кеше һәм 85 бала өсөн иәҫпләнгән.
#ВладимирПутин
#Национальныепроекты
#Миллипроекттар
Читайте нас: