Стәрлетамаҡта эш сәфәре барышында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров “БСК”ның етештереү объекттарында булды һәм предприятиеның артабанғы үҫеш мөмкинлектәре тураһында һөйләште.
Төбәк етәксеһе Шахтау карьерына барҙы. Ул сода етештереүҙең төп сеймал базаһы булып тора. Әле бында карьерҙың бер өлөшө ҡоро, икенсеһе - һыулы, сеймал һыу аҫтынан алына.
“БСК”ның генераль директоры Эдуард Давыдов белдереүенсә, предприятиела карьерҙы файҙаланыу ваҡытын оҙайтыу өсөн бер нисә сара ҡабул иткәндәр. Мәҫәлән, һыу аҫтынан табыу элек 15 метр тәңгәлендә булһа, хәҙер тәрәнлекте 18 метрға тиклем еткергәндәр.
"Предприятие 2027 йыл аҙағына тиклем сеймал менән тәьмин ителгән тип ышаныслы әйтә алабыҙ, – тине Эдуард Давыдов. – Карьерҙы файҙаланыу ваҡытын оҙайтыу өсөн өс институтҡа тикшереүҙәргә заказ бирҙек. Ғалимдар шуны асыҡларға тейеш: эзбизташты тәрәнерәк ерҙән сығарып буламы, нисек һыуҙы ағыҙып алырға, уны ҡайһылайтып таҙартырға, беҙ әле тапҡан кимәлдән аҫтараҡ сифаты ниндәй? Был тикшереүҙе бер йыл, йыл ярым эсендә тамамларға тейешбеҙ. Һәм беҙҙә тәрәнерәк ерҙән сеймал табыу өсөн кәрәкле ҡорамалдар төҙөүгә дүрт-биш йыл ваҡыт буласаҡ. Тикшереү һөҙөмтәһе буйынса сеймал базаһын тағы 25, иң күбендә – 30-35 йылға тиклем арттырыу мөмкинлеге буласаҡ".
Радий Хәбиров был башланғыстарҙы хупланы, республиканың предприятие тотороҡло эшләһен өсөн сеймал менән тәьмин итеүҙә булышлыҡ ҡылырға әҙер булыуын белдерҙе. Шулай уҡ Ҡуштау шиханының бынан ары сеймал базаһы булараҡ ҡаралмаясағын белдерҙе. Ул айырым һаҡланған тәбиғәт биләмәһе статусын алды. Тауға ЮНЕСКО кимәлендә тәбиғәт һәйкәле статусы биреү мәсьәләһе лә ҡарала.
Башҡортостан Башлығы “БСК”ның профсоюз активы менән дә осрашты. Унда предприятиеның үҫеш мөмкинлектәрен ҡаранылар, социаль сәйәсәтен, ағымдағы санитар-эпидемиологик хәлде тикшерҙеләр.
Радий Хәбиров әйтеүенсә, Президент Владимир Путиндың ҡушыуы буйынса, Рәсәй Хөкүмәте менән берлектә компания эшмәкәрлегендә һәм уның акционерҙарының оҙайлы йыл дауамында йыйылған проблемаларын этаплап тикшерәсәктәр.
– Беҙ Генераль прокуратураның дәғүә ғаризаларын хупларға ҡарар иттек. “БСК”ның акциялары Рәсәй Федерацияһы милкенә күсергә тейеш тип иҫәпләйбеҙ, – тине Радий Хәбиров. – Шул уҡ ваҡытта артабан компания менән идара итеүҙә республиканың мәнфәғәттәре зыян күрмәйәсәк, ә нығынасаҡ ҡына. Беҙҙең пакет ҙур буласаҡ. Был ниндәйҙер ваҡытты аласаҡ, әммә предприятиены, һис шикһеҙ, тотороҡло киләсәк көтә.
Төбәк етәксеһе белдереүенсә, суд процедуралары тамамланып, компания менән идара итеү форматы тураһында ҡарар ҡабул ителгәс, предприятие етештереү эшен яңыртырға, экологик сәйәсәткә ҙурыраҡ иғтибар бирергә тейеш.
– Һеҙгә был йүнәлеш буйынса проект офисы булдырырға кәрәк. Әлеге ваҡиғаларҙың тамамланыуын көтөп тормайынса, артабан эшләүегеҙ бик яҡшы. Инвестиция проекттары менән беҙгә йышыраҡ килһәгеҙ ине, – тине Радий Хәбиров.
Төбәк етәксеһе ай эсендә “Сәнәғәт сәғәте” үткәреп, уны “БСК”ның үҫешенә арнарға ҡушты. Унда сеймал базаһын нығытыу, етештереүҙе үҫтереү, экологик программа ҡабул итеү һәм башҡа мәсьәләләр ҡараласаҡ.
Эдуард Давыдов белдереүенсә, компанияның Мәскәүҙәге сауҙа офисын ябып, уны Стәрлетамаҡҡа күсереү аҡсаны экономиялауға килтергән. Был сумма эш хаҡын 12,5 процентҡа күтәреү, төшкө ашҡа түләүҙе компенсациялау, хеҙмәткәрҙәргә бушлай беренсе юғары белем алыу мөмкинлеге биргән. Йәш белгестәр өсөн торлаҡ программаһы эш башлаған. Ул ипотека буйынса процент ставкаһын компенсациялау йәки беренсе иғәнә өсөн бүлеп түләүҙе күҙ уңында тота. Бынан тыш, коронавирус менән сирләгән хеҙмәткәрҙәр дарыуҙар хаҡын өлөшләтә ҡаплата ала.
– “БСК” – ҙур мөмкинлеккә эйә предприятие, уның ҡеүәте әле тулыһынса файҙаланылып бөтмәгән, беҙ быны һәр ваҡыт аңланыҡ. Ул - сода етештереү буйынса донъя баҙарында лидерҙарҙың береһе. Бында юғары маржинарлы, сәнәғәт тармағы һәм башҡа ҡулланыусылар өсөн кәрәкле сеймал етештерәләр. Беҙҙең бурыс – был сеймалдың ошонда уҡ эшкәртелеүен һәм өҫтәмә хаҡы ла бында тороп ҡалыуын тәьмин итеү. Шуны әйтәм, “БСК” – беҙҙең ышаныслы парнерҙарыбыҙҙың береһе, – тине Радий Хәбиров.