Шоңҡар
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
24 Октябрь 2020, 23:30

Гүзәл заттар тураһында көләмәстәр

Автобуста бер егет миңә йыш ҡына күҙ һалды. Икенсе яртым ошолор тип, хыялымда бишек тирбәтә башлаған инем. Тик ҡулында “Сихырсыны нисек танырға тигән?” китабын күргәс, барыһын да аңланым.

Автобуста бер егет миңә йыш ҡына күҙ һалды. Икенсе яртым ошолор тип, хыялымда бишек тирбәтә башлаған инем. Тик ҡулында “Сихырсыны нисек танырға тигән?” китабын күргәс, барыһын да аңланым.
Күрше ҡатын күрше әхирәтенә әйтә:
  • Әхирәтем, тәҙрәңдәге ҡорғаныңды алыштырһаңсы, юҡһа ирең менән булғанығыҙ шул көйө күренеп тора.
  • Ә мин һиңә яңы күҙлек алырға тәҡдим итер инем. Ул ирем түгел, һөйәркәм икәнен күрер инең, исмаһам.
  • Ир менән ҡатын кисен хыялланып яталар, ти.
    • Алланан бик ялбарып һорааһҡ, алты мөйөшлө йортлоҡ аҡсаға юлыҡтырмаҫ инеме икән, - ти ҡатыны.
    • Ә ниңә ул саҡлы аҙ? – тип өндәшә ире.
    • Күберәк һорар инем дә ул, һинең, байып, икенсегә йәш бисә алыуыңдан ҡурҡам, - ти ҡатыны.
    • Ике әхирәт һөйләшә:
      • Әгәр мин кейәүгә сыҡһам, нисәмә ир бәхетһеҙ буласаҡ, - ти икән береһе.
      • Ә ни өсөн? Һин берәүһенә генә сыҡмайһыңмы ни? – тип аптырай икенсеһе.
      • Читайте нас: