Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
24 Октябрь 2020, 21:50

Хәҙер туҡталыштарҙа ла һатыла

Мөһим ҡарар ҡабул ителде.

Өфө ҡалаһы хакимиәтенең оператив кәңәшмәһендә урындағы йәмәғәт транспорттары туҡталыштарында шәхси һаҡланыу саралары һатыуҙы ойоштороу хаҡында ҡарар ҡабул ителде.
Әле был эш бойомға ашырыла башланы: йөҙ туҡталышта ҡала халҡы өсөн битлек һәм бирсәткәләр һатыу урындары асылды. Өфөнөң үҙәгенән, Октябрь проспектынан тыш, Черниковка, Сипайлово, Йәшел сауҡалыҡ, Затон биҫтәләрендә лә халыҡ һаҡланыу сараларын алыу мөмкинлегенә эйә. Битлек-бирсәткәләр баш ҡаланан сыҡҡан урындарҙа – "Мәктәп", "Өфө" аэропорты туҡталыштарында ла һатыла. Был сара хакимиәт менән эшҡыуарҙарҙың берҙәм хеҙмәте һөҙөмтәһендә бойомға ашырыла.
Читайте нас: