Ленинград өлкәһенең Кингисепп районында бала өс көн ата-әсәһенең мәйеттәре янында йәшәй. Йәштәр бер нисек тә бәйләнешкә сыҡмағас, ғаилә башлығының бер туған апаһы Наталья Якунина туҡтауһыҙ шылтырата башлай. Телефонды улдары алып: “Атайым менән әсәйем йоҡлайҙар ҙа йоҡлайҙар. Атайым ҡарая башланы”, - тигәс, “Тиҙ ярҙам” саҡырта. Уның артынан үҙе лә килеп етә.