Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
26 Октябрь 2020, 21:00

Кем араҡы һата? Әйт! Бүләк бирәбеҙ!

Халыҡты ағыулаған ҡәбәхәттәрҙән тулыһынса таҙартырға кәрәк.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров иҫерткес эсемлектәрҙе рөхсәтһеҙ һатҡан урындар тураһында хәбәр иткәндәрҙе бүләкләү тәҡдимен индерҙе. Был хаҡта ул дүшәмбе республика хөкүмәтендәге оператив кәңәшмәлә Башҡортостан биләмәһендә алкоголь продукцияһының рөхсәтһеҙ һатыу сараларын тикшергән саҡта белдерҙе.

«Ошо теманың шау-шыу тыуҙырамы, юҡмы икәнен аңларға кәрәк. Хәтерләйһегеҙме, ике йыл элек бының менән шөғөлләнә башлаған ваҡытта аулау эшен ойошторғайныҡ, бөтәһе лә Әбйәлил районына барып, ошо янғынды һүндергәйне. Хәҙер ҡарарға кәрәк: беҙҙә ҡайҙалыр ошо әшәкелек баш ҡалҡытамы? Осраҡтар булһа, йәнә бер районды һайлап алып, һатҡан, халыҡты ағыулаған ҡәбәхәттәрҙән тулыһынса таҙартырға кәрәк», — тине Радий Хәбиров.

Республика етәксеһе билдәләүенсә, бутлегерҙар менән көрәштә «бер ниндәй ҙә әхлаҡи, тотоп торған факторҙар булырға тейеш түгел», суррогат һатҡан урындар тураһында хәбәр иткәндәрҙе бүләкләргә кәрәк.

«Башспирт» был эште ойошторһон әйҙә: кем ҡайҙа һатҡанын әйткән, шул «Башспирт»тан премия ала. Беләм, бындай тәжрибә булғайны. Тимәк, уны йәнә тергеҙергә кәрәк. Тағы бер тапҡыр әйтәм: ошо әшәкелек менән ниндәйҙер әхлаҡи принциптар яҡлы булырға кәрәкмәй. Уны юҡҡа сығарырға ғына кәрәк», — тип йомғаҡ яһаны Радий Хәбиров.

Читайте нас: