Шоңҡар
+4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
26 Октябрь 2020, 10:35

Мостай Кәрим урамын танымаҫһығыҙ әле!

Был урам – йәйәүлеләр яратып йөрөгән урын.

Өфөлә Мостай Кәрим урамы әллә ни оҙон түгел, төҙөкләндереү алып барылған майҙансыҡ 1,2 километр тәшкил итә. Әммә башҡарылған хеҙмәт күләме ҙур ғына. Бындағы барлыҡ эштәр ил Президенты Владимир Путиндың май указдарында билдәләнгән “Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” милли проектына ярашлы тормошҡа ашырыла. Ғөмүмән, Башҡортостанда әлеге милли проект нигеҙендә республиканың бихисап юлдары өр-яңы төҫ алды.
Әлеге көнгә Мостай Кәрим урамындағы юлдың асфальт-бетон япмаһы, бордюр таштары яңыртылған, тротуарҙарҙың плитәһе алмаштырылған, техник һыҙат һәм туҡталҡа урындары йыһазландырылған, ямғыр һыуы канализацияһы эшләнгән, шулай уҡ термопластик юл билдәләре һалынған.
Был урам – йәйәүлеләр яратып йөрөгән урын. Мәҫәлән, Коммунистик һәм Чернышевский урамдары араһы айырыуса үҙенсәлекле, халыҡ бигерәк тә Арт-Квадрат биләмәһен үҙ итә. Баш ҡала халҡы, ҡунаҡтар ошонда уҡ урынлашҡан сауҙа үҙәгенән нимәлер һатып алыу өсөн генә түгел, ә үҙенсәлекле биләмәлә ял итеү, рәссамдарҙың картиналарын тамаша ҡылыу, матурлыҡтан күңеленә дәрт-дарман алыу ниәте менән дә килә.
Читайте нас: