Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
27 Октябрь 2020, 04:05

Бәхил бул, талант эйәһе...

Шағирә, һәүәҫкәр композитор, драматург Зөһрә Хәдит ҡыҙы Фәйзуллина вафат.

Зәхмәтле ауырыу ҡоторғандан ҡотора. Бөгөн тағы ла бер ҡайғылы хәбәр алдыҡ:Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы, Әбйәлил районының Ким Әхмәтйәнов исемендәге, Сибай ҡалаһының Рамаҙан Өмөтбаев исемендәге премиялар лауреаты, шағирә, һәүәҫкәр композитор, драматург Зөһрә Хәдит ҡыҙы Фәйзуллина вафат.
Ул үҙенең легендар "Мәктәп вальсы" йыры менән күптәргә таныш. Шулай уҡ популяр йырҙарын билдәле йырсылар башҡара. Драма әҫәрҙәре республика театрҙары сәхнәләрендә ҡуйылды. Шундай талант эйәләренең вафаты йөрәкте тетрәтә.
"Беҙҙең ҡәҙерлебеҙ, күңелкәйе моңға ғына тулы күҙ нурыбыҙ, тормош юлдашым Зөһрәм беҙҙе ҡалдырып, мәңгелеккә күсте. Ҡайғы уртаҡлашҡан һәр кемгә рәхмәт. Был афәт һеҙҙең ғаиләгә ҡағылмаһын!" - тип хәбәр итә шағирәнең тормош иптәше Вәкил ағай.
Талант эйәһен һуңғы юлға оҙатыуға ярҙам итергә теләүселәр 89610495494 (Вәкил ағай) телефонына бәйле Сберкартаға хәйер күсерә ала.
Зөһрә апайҙың ғаиләһенең, туғандарының, дуҫтарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ.
Читайте нас: