Был тормошта төрлө кешеләрҙе осратырға мөмкин. Араларында балаларын яҙмыш ҡосағына ташлаған ата-әсәйҙәр ҙә етәрлек. Бөгөнгө көндә миллион ярым самаһы кеше алимент түләмәй ҡасып йөрөй. Сираттағы кәңәшмәһендә ил башлығы В. Путин был проблеманы теҙгененән алырға ҡушты. Шулай уҡ, ундай балаларға социаль ярҙам күрһәтеүҙәр ҙә ҡаралған.