Шоңҡар
+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
28 Октябрь 2020, 20:25

Битлек кеймәгән өсөн штраф күләме – 200 мең һумға тиклем.

пандемия башланғандан һуң республикала битлек һәм изоляция режимын боҙған өсөн 14,4 мең кешегә штраф һалынған.

Башҡортостан ҡала-райондарында 28 октябрҙән битлек режимын үтәү буйынса күләмле рейдтар башланды. Хоҡуҡ боҙоусыларға штраф һалына. Битлек кеймәгән өсөн штраф күләме – 200 мең һумға тиклем.
Башҡортостандың Йәмәғәт хәүефһеҙлеге ведомство-ара советы мәғлүмәттәре буйынса, пандемия башланғандан һуң республикала битлек һәм изоляция режимын боҙған өсөн 14,4 мең кешегә штраф һалынған. Шуларҙың 12 меңе – Эске эштәр министрлығы, 2,4 меңе – республиканың дәүләт власы органдары яғынан. Бынан тыш, 20 мең предприятие һәм сауҙа нөктәһе тикшерелгән, уларға ҡарата административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһында 279 эш ҡуҙғатылған, 60-тан ашыу протокол төҙөлгән.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Рәсәйҙә Роспотребнадзор ҡарары менән бөтәһе өсөн дә битлек режимы иғлан ителде. Тотош илдә нормаларҙы үтәү буйынса рейдтар көсәйтелә, ә штрафтар торған һайын йышыраҡ һалына.

Читайте нас: