Шоңҡар
-19 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Новости
28 Октябрь 2020, 18:10

Өфө мэры Өлфәт Мостафиндың хәле ауыр…

Тағы бер тапҡыр әйтәм: сире ҡатмарлы.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Өфө мэры Өлфәт Мостафиндың һаулығы тураһында хәбәр итте.

Ул Өлфәт Мостафиндың сирләүе тураһында хәбәрҙе раҫлап, баш ҡала хакимиәте етәксеһендә COVID-19 асыҡланғанын, шулай уҡ уның пневмония менән ауырығанын белдерҙе.

«Ул ярайһы уҡ ауыр сирләй, үпкәһе ныҡ зарарланған, — тине республика башлығы. — Әле ул дауалана, беҙ уның һауығып, эшкә сығыуын көтәбеҙ. Өлфәт Мансур улы — мэр ғына түгел. Ул минең яҡын дуҫым. Уҙған аҙнала эргәһенә барҙым. Ул дауалана. Тағы бер тапҡыр әйтәм: сире ҡатмарлы. Күптәр ауырый, ошо сирҙе кисергәндәр бының еңел түгеллеген белә. Бик йәш тә түгел. Шуға йәнә әйтәм: уның тиҙерәк һауығыуына ышанабыҙ. Ә Өфөгә килгәндә, ул эшләй. Беҙ ҡышҡа әҙерләнәбеҙ, барлыҡ программаларҙы тамамлайбыҙ. Шуға күрә бөтәһе лә эш режимында бара».

Читайте нас в