Шоңҡар
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
28 Октябрь 2020, 08:10

Льготалы ипотека оҙайтыла

Йәнә алты 600 мең кеше льготалы ипотекаға эйә буласаҡ.

Рәсәй Хөкүмәте ташламалы ипотеканы 2021 йылдың 1 июленә тиклем оҙайтты. Льготалы ипотека программаһы 17 апрелдә ғәмәлгә инеп, 1 ноябрҙә тамамланырға тейеш ине. Бөгөн был программа менән кредит алыусыларҙың 90 проценты файҙалана. Уҙған ярты йыл эсендә 669 миллиард һумлыҡ 230 меңдән ашыу кредит бирелгән. Хөкүмәт күҙаллауы буйынса, программаны оҙайтып, 1,8 миллиард һумлыҡ йәнә 600 мең кредит бирергә мөмкин буласаҡ. Уның 152 меңе быйыл уҡ тормошҡа ашырыласаҡ.. 6,5 процент менән ипотека биреү тураһына программа ҡабул ителеүен Владимир Путин 16 апрелдә иғлан иткәйне.
#ВладимирПутин
Читайте нас: