Бынан бер нисә көн элек Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Өфө мэры Өлфәт Мостафиндың һаулығы тураһында хәбәр иткәйне.
Ул Өлфәт Мостафиндың сирләүе тураһында хәбәрҙе раҫлап, баш ҡала хакимиәте етәксеһендә COVID-19 асыҡланғанын, шулай уҡ уның пневмония менән ауырығанын белдерҙе.
«Ул ярайһы уҡ ауыр сирләй, үпкәһе ныҡ зарарланған, — тине республика башлығы. — Әле ул дауалана, беҙ уның һауығып, эшкә сығыуын көтәбеҙ. Өлфәт Мансур улы — мэр ғына түгел. Ул минең яҡын дуҫым. Уҙған аҙнала эргәһенә барҙым. Ул дауалана. Тағы бер тапҡыр әйтәм: сире ҡатмарлы. Күптәр ауырый, ошо сирҙе кисергәндәр бының еңел түгеллеген белә. Бик йәш тә түгел. Шуға йәнә әйтәм: уның тиҙерәк һауығыуына ышанабыҙ”, – тигәйне. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, мөғжизә булманы. Бөгөн Өлфәт Мансур улының йөрәге тибеүҙән туҡтаны.
Өлфәт Мостафин 1959 йылдың 4 майында Саҡмағош районының Иҫке Ихсан ауылында тыуған. Уның Өфө ҡалаһы башлығы булып эшләй башлауына бөгөн теүәл йыл.
Мәрхүмдең ғаиләһенең, яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ.