Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
29 Октябрь 2020, 10:00

Планшеттан кәңәш бирә

Был ни өсөн кәрәк?

Быйыл "Һаулыҡ һаҡлау" милли проектының "Һаулыҡ һаҡлау берҙәм дәүләт системаһы нигеҙендә тармаҡта берҙәм һанлы контур булдырыу” төбәк проектына ярашлы, республиканың 49 медицина ойошмаһы 789 планшет компьютеры алған.
Улар терапевтарға һәм педиатрҙарға, табип бригадаларына саҡырыуҙарҙы йортта хеҙмәтләндергәндә, учреждениенан ситкә сығып эшләгәндә ҡулланыу өсөн тәғәйенләнгән.
Планшет берҙәм һанлы контурға тоташтырыла һәм табиптың “Башҡортостан Республикаһының Медицина мәғлүмәти-аналитик системаһы” дәүләт мәғлүмәт системаһындағы эш урыны менән мобиль бәйләнештә була. Был пациенттарҙың электрон медицина карталарын тултырыу, табиптарға дистанцияла яҙылыу, телемедицина консультациялары үткәреү, тикшеренеүҙәр һөҙөмтәләрен электрон формала ебәреү мөмкинлектәрен бирә.
Читайте нас: