Сер түгел, традицион булмаған ғаиләләр арта. Был хаҡта ил башлығы В. Путин да “Рәсәй саҡыра!” тип аталған форумда үҙ фекерен белдерҙе. “Заман – башҡа, заң – башҡа, тигәндәй, барыһын да аңлап ҡабул итергә тырышам. Әммә традицион булмаған ғаиләләргә һаҡлыҡ менән ҡарайым. Президент булараҡ, илдәге демографик хәл тураһында ла борсолам. Ә ундай парҙарҙан, билдәле, балалар тыумай”, - тине ул.