Шоңҡар
-3 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Новости
30 Октябрь 2020, 21:05

Ғәббәс Дәүләтшинға мемориаль таҡтаташ асылды

Юғары уҡыу йорттары өсөн «Башҡорт теле» дәреслеге, артабан «Башҡорт теленең синтаксисы» кеүек китаптар ижад иткән.

Ошо уңайҙан Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы тарафынан Башҡорт дәүләт университетының роман-герман филологияһы факультеты бинаһында күренекле башҡорт телсеһе, “Әлифба” китабының тәүге авторы, сәйәси золом ҡорбаны Ғәббәс Дәүләтшинға таҡтаташ асылды.
Ғәббәс Йәғәфәр улы - күренекле йәмәғәт эшмәкәре, билдәле телсе-ғалим, хәҙерге башҡорт тел ғилеменә нигеҙ һалыусыларҙың береһе. Ул
Һамар өлкәһе Пугачев өйәҙенең Ташбулат-Күстән ауылында тыуған. Башланғыс белемде мәҙрәсәлә ала. Беренсе донъя һуғышында ҡатнаша.
1918—1919 йылдарҙа Ташбулат-Күстән ауыл советында, ә 1919 йылдан Һамар һәм Ырымбур губерналарында халыҡ мәғарифы бүлектәрендә мөдир, инспектор булып эшләй.
Башҡортостан Мәғариф халыҡ комиссариаты саҡырыуы буйынса 1924 йылдан Өфөләге В. И. Ленин исемендәге урта мәктәптә башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән уҡыта.
1929—1931 йылдарҙа Ленинградта Көнсығыш телдәре институтында уҡый. Унда ғәрәп теле, төрки телдәрҙең сағыштырма грамматикаһы, төрки халыҡтары телдәренең тарихи үҫеше, фольклоры, эксперименталь фонетикаһы кеүек проблемаларҙы һәм фәндәрҙе өйрәнә.
1931 йылдан К. А. Тимирязев исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия институтында башҡорт теле кафедраһы мөдире булып эшләй башлай. 1920—30-сы йылдарҙа башҡорт теленең диалекттары, орфографияһы буйынса мәҡәләләр серияһы баҫтыра, башҡорт мәктәптәре, техникумдары, рабфактары өсөн дәреслектәр төҙөй. 1930 йылда Ғ. Й. Дәүләтшин «Башҡорт теленең орфографик һүҙлеге»н баҫтыра, унда 11 мең һүҙ индерелгән. Юғары уҡыу йорттары өсөн «Башҡорт теле» дәреслеге, артабан «Башҡорт теленең синтаксисы» кеүек китаптар ижад иткән.
1929 йылдан Башҡортостан Үҙәк Башҡарма Комитеты ағзаһы була. 1937 йылда репрессиялана, атыуға хөкөм ителә. 1956 йылда тулыһынса аҡлана.
Читайте нас: