Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
30 Октябрь 2020, 13:30

Радмир Бәҙретдиновты ла юғалттыҡ

Халҡыбыҙҙың киң танылған бейеүсеһе.

"Байыҡ" телевизион бейеү конкурсының баһалама комиссияһы рәйесе, БАССР-ҙың халыҡ артисы, Фәйзи Ғәскәровтың иң яҡшы уҡыусыһы, данлыҡлы бейеү оҫтаһы Ратмир Бәҙретдинов мәрхүм булды. Уға тиҙҙән 89 йәш тулыр ине...

Радмир Сәрүәр улы Бәҙретдинов 1931 йылда БАССР-ҙың Дыуан-Мәсетле районы Ҡотош ауылында тыуған. БАССР-ҙың халыҡ һәм атҡаҙанған артисы. 1952 йылда Башҡорт театр-художество училищеһын тамамлағандан һуң Башҡорт дәүләт халыҡ бейеүҙәре ансамблендә солист булып хеҙмәт юлын дауам итә. 1973 йылдан алып директор, Өфө дәүләт сәнғәт институтының проректоры була. 1986-2001 йылдарҙа Башҡорт дәүләт академия драма театрының директор урынбаҫары һәм баш администраторы вазифаларында эшләй. Радмир Бәҙретдинов ижадында халыҡ бейеүе традициялары сағыу театраллек башланғысы менән тәбиғи үрелеп килә.

Артистың комик һәләте “Столяр” (“Ғашиҡ төҙөүселәр”), Кейәү егет (“Кейәү егет”), Бай улы (“Сәкән”) образдарында асыҡ сағыла. "Өс туған” бейеүендә Өлкән ағай –аҡыллы һәм шаян ҡарт образын бик оҫта башҡара. Радмир Сәрүәр улы ҡатнашлығында “Тау мариҙары”, “Әпипә” бейеүҙәре башҡарыу оҫталығы һәм актерлыҡ һәләте өлгөһө булып тора.

Радмир Бәҙретдинов - киң танылыу алған халыҡ бейеүсеһе. Ижад юлын актер булараҡ башлаған шәхестең күңеле бейеү сәнғәтенә тартыла. Өфө сәнғәт училищеһының актер бүлеген тамамлағандан һуң Фәйзи Ғәскәров исемендәге Башҡорт дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле солисы булып эш башлай. Уның башҡарыуындағы «Сәкәй»ҙәге бай малайы, «Ғашиҡ төҙөүселәр»ҙәге балта оҫтаһы, «Өс туған» бейеүендәге шаян бабай образдары әле булһа халыҡ хәтерендә.
Мәрхүмдең ғиләһенең, яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ.

Читайте нас: