Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
30 Октябрь 2020, 17:55

Ял көндәрендә һауа торошо нисек булыр?

Юлдарҙа күреү мөмкинлеге һәйбәт.

Башгидромет мәғлүмәте буйынса, 30 октябрҙә республикала көн аяҙ, яуым-төшөмһөҙ була. Ел көньяҡтан талғын. Һауа температураһы төндә 0, -5, урыны менән -10, көндөҙ +4, +9 градус. Юлдарҙа күреү мөмкинлеге һәйбәт.

31 октябрҙә республикала көндөҙ төньяҡ-көнбайышта бер аҙ ямғыр яуа. Ел көньяҡ-көнсығыштан, көньяҡтан талғын. Һауа температураһы төндә -4, +1, көндөҙ +5, +10 градус.

Читайте нас: