Шоңҡар
-10 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
10
Новости
31 Октябрь 2020, 12:15

Ҡалдырып киткән улын һағына

Эльмира Юлдашева егерме йыл элек ҡалдырып киткән улын һаман да һағына. “Күптән егет ҡорона инеп бөткәндер инде. Үҙе менән яҡындан күрешеп, киренән танышып, тупылдатып яратҡым килә”, – ти.

Өс айға яғын, Өфө – Белорет юлын тапап тәүге башҡорт фильмын уңышлы итеп төшөрөүгә өлгәшә татыу команда. Ҡаты бәғерле кешеләр арҡаһында әсәһенән айырылып, төпкөл бер ауылда табылдыҡ ҡыҙ, һуңынан ярһыу күңелле, тәбиғәттән моңло егет Ғайсарҙың кәләше булараҡ һынлана “Ай ҡыҙы”нда. Ул ваҡытта кино сәнғәтен үҙ итеүселәр Айһылыу яҙмышы менән генә йәшәне тиһәң дә хата булмаҫ. Уның менән бергә яндылар-көйҙөләр, уңыштарына һөйөндөләр.
Кинола беренсегә “әсәй” булырға ла өлгөрә. Бала табыу йортонда яңы ғына тыуған сабыйҙы Айһылыу менән Ғайсарҙың мөхәббәт емеше итеп төшөрәләр. Баланың әсәһе иһә башта эштең айышына төшөнә алмай ҡала. “Ҡайҙа алып киттегеҙ?” – тип яр һала. Саҡ тынысландырып алалар үҙен. Актриса иһә егерме йыл элек “ҡалдырып киткән” улын һаман да һағына. “Күптән егет ҡорона инеп бөткәндер инде. Үҙе менән яҡындан күрешеп, киренән танышып, тупылдатып яратҡым килә”, – ти.
Нәфис һүҙ оҫтаһы тураһында журналдың унынсы һанында уҡығыҙ.
Читайте нас: