Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
31 Октябрь 2020, 18:45

Бөгөн төндә төшөмә инде...

Өлфәт Мостафин ҡайҙа ерләнде?

Бөгөн Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай йортонда Өфө ҡалаһы хакимиәте етәксеһе Өлфәт Мостафин менән хушлашыу булды. Унда республика Башлығы Радий Хәбиров ҡатнашты. Ул бик тулҡынланып сығыш яһаны, хатта күҙ йәшен тыя алманы.
“2018 йылдың 29 октябрендә Өлфәт Мансур улы Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы итеп һайланды һәм ике йыл үткәндән һуң, шул уҡ көндә китте. Ошо ваҡыт эсендә Өлфәт бер артыҡ тауышһыҙ, маһайыуһыҙ эшләне, шым ғына үҙ эшен башҡарҙы. Ихаталарҙы, парктарҙы таҙартты, юлдар төҙөнө. Көн һайын өфөләрҙең тормошо яҡшыраҡ булһын өсөн эшләне. Ысынлап та, Өфө таҙа, уңайлы ҡалаға әйләнде. Беҙ Өфөнөң 2024 йылға ниндәй буласағы тураһында һөйләшә инек. Тик ул быны күреп өлгөрмәне. Ул ауырып киткәс: “Шеф, күреүемсә, мин һине ауыр хәлдә ҡалдырҙым”, - тине. Ул бик ауыр сирләне. Был бөтәбеҙгә лә һаҡланыу кәрәклеге тураһында иҫкәртә, – Радий Хәбиров күҙ йәштәрен тыя алманы. – Әсәһенә бөгөн уны ерләргә тура килеүен, ейәндәрен тәрбиәләшә алмауын һәм дуҫтары менән башҡаса һунарға сыға алмауын уйлауы ауыр. Ул күпкә өлгәште. Бөгөн төндә төшөмә инде. Йылмая ине. Минең хәтеремдә ул шундай булып ҡаласаҡ”.
Өлфәт Мостафин тыуған ерендә – Саҡмағош районында ерләнде
Читайте нас: