Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
31 Октябрь 2020, 19:55

Яңы тыуған баланы йыйыштырыусы ҡабул итә

Табипҡа енәйәт эше асһалар ҙа, ул эшен дауам итә. Ә сабый, ваҡытында медицина ярҙамы ала алмайынса, үлә.

Был күңелһеҙ хәл Татарстандың Күкмара ҡалаһында теркәлә. Әсәй булырға әҙерләнеүсе ҡатын ваҡыты еткәс, дауаханаға ята. Әммә өс көн буйына янына бер табип килеп хәлен дә белешмәй. Тулғаҡ башланғас та, медицина хеҙмәткәре янына килеп, әсәй булырға әҙерләнеүен әйтә һәм... үҙе эше менән тағы ла ҡайҙалыр олаға.
Сабый тыуған ваҡытта яндарында йыйыштырыусы ғына була. Ул ҡабул итә. Әммә бала, ваҡытында медицина ярҙамы ала алмайынса, үлә. Табипҡа енәйәт эше асһалар ҙа, ул эшен дауам итә.
Читайте нас: