Был сәскәләр һинән түгел ине,
Һаны, хаҡы ла бит мөһим түгел,
Был сәскәләр һинең бүләк түгел,
Хәтеремдә, йәйен һин килгәйнең,
Ваҡыт үтә, ә сәскәләр шиңә,
Ҡурҡам әле, ят ҡалала һинһеҙ
Һулып ҡуйһам сәскә шикелле.
Нурзилә Усманованың бер шәлкем шиғри күстәнәсе менән “Шоңҡар” журналының унынсы һанында таныша алаһығыҙ.