Шоңҡар
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
1 Ноябрь 2020, 12:10

Халыҡ артисының яҡты рухына бағышлап...

10 ноябрҙә Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың халыҡ артисы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Заһир Вәлитовтың хәтер кисәһе үтә. Сара театрҙаң бәләкәй залында, киске сәғәт 7-лә башлана. Режиссеры Фирғәт Ғарипов, сценарий авторы Динара Ҡәйүмова.Заһир Суфиян улы 1940 йылдың 1 ноябрендә Күгәрсен районы Вәлит ауылында тыуған. Ул 1970 йылда Башҡорт дәүләт академия драма театрында эш башлай һәм ижад ғүмерендә береһенән-бере үҙенсәлекле, ҡапма-ҡаршылыҡлы характерлы 90- ға яҡын образдар тыуҙырҙы. Заһир Вәлитов Р.Байбулатовтың «Йәрем минең – Алиһәм» пьесаһын сәхнәләштергән, балалар өсөн пьесалар яҙған.

10 ноябрҙә Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың халыҡ артисы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Заһир Вәлитовтың хәтер кисәһе үтә. Сара театрҙаң бәләкәй залында, киске сәғәт 7-лә башлана. Режиссеры Фирғәт Ғарипов, сценарий авторы Динара Ҡәйүмова.
Заһир Суфиян улы 1940 йылдың 1 ноябрендә Күгәрсен районы Вәлит ауылында тыуған. Ул 1970 йылда Башҡорт дәүләт академия драма театрында эш башлай һәм ижад ғүмерендә береһенән-бере үҙенсәлекле, ҡапма-ҡаршылыҡлы характерлы 90- ға яҡын образдар тыуҙырҙы. Заһир Вәлитов Р.Байбулатовтың «Йәрем минең – Алиһәм» пьесаһын сәхнәләштергән, балалар өсөн пьесалар яҙған.
Читайте нас: