Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
1 Ноябрь 2020, 12:30

Их, татлы ла балдары!

Ейәнсура районының Сирғол ауылында бал тултырыу цехы асылды. Фуат Фәтхулла улы Толомбаев етәкселегендәге "Сура" кооперативында бал, кәрәҙле бал, прополис һауыттарға һалынасаҡ. Республикала етештерелгән яңы продукция һатып алыусылар араһында ҙур популярлыҡ яулар, тип ышанғы килә.Цехты асыуҙа район хакимиәте башлығы Дәмин Юланов, уның эшҡыуарлыҡ һәм инвестициялар буйынса урынбаҫары Тимур Хужабәков, мәғлүмәт-консультация үҙәге етәксеһе Роберт Сырлыбаев, Байдәүләт ауыл биләмәһе башлығы Шәһит Ҡолмөхәмәтов, "Ҡарасәй" халыҡ фольклор ансамбле ҡатнашты.

Ейәнсура районының Сирғол ауылында бал тултырыу цехы асылды. Фуат Фәтхулла улы Толомбаев етәкселегендәге "Сура" кооперативында бал, кәрәҙле бал, прополис һауыттарға һалынасаҡ. Республикала етештерелгән яңы продукция һатып алыусылар араһында ҙур популярлыҡ яулар, тип ышанғы килә.
Цехты асыуҙа район хакимиәте башлығы Дәмин Юланов, уның эшҡыуарлыҡ һәм инвестициялар буйынса урынбаҫары Тимур Хужабәков, мәғлүмәт-консультация үҙәге етәксеһе Роберт Сырлыбаев, Байдәүләт ауыл биләмәһе башлығы Шәһит Ҡолмөхәмәтов, "Ҡарасәй" халыҡ фольклор ансамбле ҡатнашты.

Читайте нас: