Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
1 Ноябрь 2020, 12:39

"Шоңҡар" героиняһына уңыштар теләйек!

Журналыбыҙҙың июль һанын биҙәгән Зөһрә Мөхәрәмованы бөтәгеҙ ҙә хәтерләйбеҙ, моғайын. Сибәр, талантлы һәм эшлекле ҡыҙ иңенә оло яуаплылыҡ ятты: ул "КОРОЛЕВА ЕВРАЗИИ - 2020" халыҡ-ара матурлыҡ конкурсында Башҡортостан данын яҡлаясаҡ!Конкурс бөгөн,Төркиәлә башланды. Ул бер нисә этаптан тора һәм 9 ноябргә тиклем дауам итә. Еңеүсегә ҡиммәтле бүләк әҙерләнгән. Тик уны эләктереү еңел булмаясаҡ, сөнки конкурсҡа донъяның төрлө илдәренән иң-иң ҡыҙҙар йыйылған.Шулай ҙа беҙ Зөһрәнең уңышлы сығыш яһауына ышанабыҙ. Сөнки 24 йәшлек һылыу ҡыҙ "Башҡортостан һылыуы" республика конкурсында еңеү яуланы. Шулай уҡ халыҡ-ара бәйгеләрҙә лә ҡатнашып, уңышлы сығыш яһап тора. Уңыштар һиңә, "Шоңҡар" героиняһы! Беҙ һинең еңеү менән ҡайтыуыңды көтәбеҙ.

Журналыбыҙҙың июль һанын биҙәгән Зөһрә Мөхәрәмованы бөтәгеҙ ҙә хәтерләйбеҙ, моғайын. Сибәр, талантлы һәм эшлекле ҡыҙ иңенә оло яуаплылыҡ ятты: ул "КОРОЛЕВА ЕВРАЗИИ - 2020" халыҡ-ара матурлыҡ конкурсында Башҡортостан данын яҡлаясаҡ!
Конкурс бөгөн,Төркиәлә башланды. Ул бер нисә этаптан тора һәм 9 ноябргә тиклем дауам итә. Еңеүсегә ҡиммәтле бүләк әҙерләнгән. Тик уны эләктереү еңел булмаясаҡ, сөнки конкурсҡа донъяның төрлө илдәренән иң-иң ҡыҙҙар йыйылған.
Шулай ҙа беҙ Зөһрәнең уңышлы сығыш яһауына ышанабыҙ. Сөнки 24 йәшлек һылыу ҡыҙ "Башҡортостан һылыуы" республика конкурсында еңеү яуланы. Шулай уҡ халыҡ-ара бәйгеләрҙә лә ҡатнашып, уңышлы сығыш яһап тора. Уңыштар һиңә, "Шоңҡар" героиняһы! Беҙ һинең еңеү менән ҡайтыуыңды көтәбеҙ.
Читайте нас: