Күптән түгел поликлиникала ауылдаш ҡыҙҙым осраттым. Ҡулына ҡыҙын күтәргән. Ундай ваҡытта, ғәҙәттә, исеме менән ҡыҙыҡһынаһың.
Үкенескә ҡаршы, һуңғы йылдарҙа йәштәр араһында сабыйҙарына ҡолаҡҡа ятышһыҙ исем ҡушыусылар арта. Башҡортостандың ЗАГС бүлектәрендә быйыл Аполлон, Биньямин, Ванцетти, Дантес, Зейд, Кавин, Кенан, Лазарь, Лео, Михаэль, Никас, Омур, Рем, Роландо, Ромуаль, Святогор, Стивен исемле малайҙар һәм Версалия, Веселина, Витэль, Каталина, Кирьяна, Ларина, Мава, Милалика, Руана, Санти, Саяна, Уралиә, Элия исемле ҡыҙҙар теркәлгән.