Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
2 Ноябрь 2020, 08:15

55 уҡытыусыға 1 миллион һум

Программала ҡатнашып, еңеп сығыусылар өсөн шундай шарт бар: улар биш йыл дауамында ауыл ерендә йәки ҡала тибындағы ҡасабала уҡытырға тейеш.

Башҡортостанда 55 уҡытыусы 1 миллион һум аҡса алды.
Быйыл Башҡортостанда “Ауыл уҡытыусыһы” программаһына ярашлы 55 уҡытыусы 1 миллион һум аҡсаға эйә булды. “Ауыл уҡытыусыһы” программаһы быйыл “Белем биреү” милли проекты сиктәрендә тормошҡа ашырыла башланы.
Программала ҡатнашып, еңеп сығыусылар өсөн шундай шарт бар: улар биш йыл дауамында ауыл ерендә йәки ҡала тибындағы ҡасабала уҡытырға тейеш. 1 миллион һумға эйә булыусыларҙың 22-һе - математика, 17-һе - инглиз теле, 14-е - рус теле һәм әҙәбиәте, 2-һе физика уҡытыусыһы. Улдар республиканың төрлө райондарынан.
#Национальныепроекты
#Миллипроекттар
Читайте нас: