Тиҙәйткестәр – халыҡ ауыҙ-тел шиғри ижады, мотлаҡ аллитерация менән төҙөлә. Тиҙәйткестәрҙең йөкмәткеһе, ҡағиҙә булараҡ, юмористик характерҙа йөрөй.
Һарыҡ, һап-һап баҫып, һыйырға һыйланырға килгән. Һыйыр, һәмгеләп йөрөй-йөрөй, һармаҡ һарыҡты һап-һары һалам менән һыйлаған.
Аттым ҡарға, төштө ҡарға,
Ҡара ҡарға ҡарға ҡарағанда ҡара, ҡарға ҡарағанда ҡара ҡарға ҡара.
Сейәлек соҡорон сыҡҡан саҡта сей сейәне сәйнәй-сәйнәй, сикәләрем сатнаны.