Башҡортостанда өйҙә коронавирустан дауаланғандарға республика бюжетынан дарыуҙар бушлай бирелә башланы. Һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин әйтеүенсә, инвалидтар, Бөйөк Ватан һуғыш ветерандары, хеҙмәт ветерандары, концлагерь тотҡондары, Ленинград блокадаһында ҡалыусылар, хәрби бәрелештәр ветерандары, шулай уҡ Чернобыль катастрофаһын тергеҙеүҙә ҡатнашҡандар бындай хоҡуҡҡа эйә. Үткән аҙнала улар өсөн 700 рецепт тултырылған.