Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
2 Ноябрь 2020, 13:23

Сәнғәт төнө. Ибраһим Абдуллин

Иртәгә республика театрҙары йыл һайын ойошторолған Бөтә Рәсәй "Сәнғәт төнө" акцияһына ҡушыла. Пандемия булыу сәбәпле быйыл сара онлайн форматта үтә.Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры был сараны танылған драматург Ибраһим Абдуллиндың тыуыуына 100 йыл тулыу айҡанлы, уның яҡты иҫтәлегенә бағышлай. Был юҡҡа түгел: театр үҙ тарихында уның әҫәрҙәрен 23 тапҡыр сәхнәләштергән."Сәнғәт төнө" акцияһы сиктәрендә спектаклдәрҙең театр фондында һаҡланған видеояҙмалары менән таныша алаһығыҙ. Киске сәғәт 7-лә "Тиле йәшлек" комедияһы, 9-ҙа "Айһылыуҙың айлы кистәре" драмаһы, 11-ҙә "Бажалар" комедияһы күрһәтелә. Театрҙың рәсми YOUTUBE- каналын ҡарарға онотмағыҙ.

Иртәгә республика театрҙары йыл һайын ойошторолған Бөтә Рәсәй "Сәнғәт төнө" акцияһына ҡушыла. Пандемия булыу сәбәпле быйыл сара онлайн форматта үтә.
Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры был сараны танылған драматург Ибраһим Абдуллиндың тыуыуына 100 йыл тулыу айҡанлы, уның яҡты иҫтәлегенә бағышлай. Был юҡҡа түгел: театр үҙ тарихында уның әҫәрҙәрен 23 тапҡыр сәхнәләштергән.
"Сәнғәт төнө" акцияһы сиктәрендә спектаклдәрҙең театр фондында һаҡланған видеояҙмалары менән таныша алаһығыҙ. Киске сәғәт 7-лә "Тиле йәшлек" комедияһы, 9-ҙа "Айһылыуҙың айлы кистәре" драмаһы, 11-ҙә "Бажалар" комедияһы күрһәтелә. Театрҙың рәсми YOUTUBE- каналын ҡарарға онотмағыҙ.
Читайте нас: