Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
2 Ноябрь 2020, 13:37

Табиптарға рәхмәт менән

Коронавирус пандемияһы һаулыҡ һаҡлау өлкәһенә ҙур иғтибар кәрәклеген иҫкәртте. Бөгөнгө көндә кеше һаулығы өсөн көнө-төнө тигәндәй көрәшкән табиптар ябай рәхмәт һүҙенә мохтаж кеүек. Сөнки тап улар, яҙҙың ямғырлы мәлендә лә, йәйҙең эҫеһендә лә, көҙҙөң һыуыҡ көндәрендә лә ярҙамға ашыға. Ә алда буранлы ҡыш көтә.Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡайһы бер кешеләр пандемия ауырлыҡтарын бөтөнләй аңларға теләмәй. Киреһенсә, бәхетһеҙ осраҡта интернет селтәренә тапибтарҙы ғәйепләп яҙмалар ҡуя, сығыштар яһай.Республика төбәктәрендә "Табиптарға рәхмәт" акциялары башланды. Асҡын районы хакимиәте башлығы Ришат Дихин да изге йома көнөндә дауаханаға күстәнәстәр, медицина кәрәк-яраҡтары алып барҙы. Етәксе уларҙы район дауаханаһының инфекция бүлегендә эшләүсе хеҙмәткәрҙәргә баш табип Артур Ғәлиуллинға тапшырҙы. Был дүлектә әлеге ваҡытта 50-нән ашыу ауырыу дауаланыу курсы үтә.Акцияға Асҡын халҡы ла ихлас ҡушылыр, тигән ышаныста Ришат Марат улы.

Коронавирус пандемияһы һаулыҡ һаҡлау өлкәһенә ҙур иғтибар кәрәклеген иҫкәртте. Бөгөнгө көндә кеше һаулығы өсөн көнө-төнө тигәндәй көрәшкән табиптар ябай рәхмәт һүҙенә мохтаж кеүек. Сөнки тап улар, яҙҙың ямғырлы мәлендә лә, йәйҙең эҫеһендә лә, көҙҙөң һыуыҡ көндәрендә лә ярҙамға ашыға. Ә алда буранлы ҡыш көтә.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡайһы бер кешеләр пандемия ауырлыҡтарын бөтөнләй аңларға теләмәй. Киреһенсә, бәхетһеҙ осраҡта интернет селтәренә тапибтарҙы ғәйепләп яҙмалар ҡуя, сығыштар яһай.
Республика төбәктәрендә "Табиптарға рәхмәт" акциялары башланды. Асҡын районы хакимиәте башлығы Ришат Дихин да изге йома көнөндә дауаханаға күстәнәстәр, медицина кәрәк-яраҡтары алып барҙы. Етәксе уларҙы район дауаханаһының инфекция бүлегендә эшләүсе хеҙмәткәрҙәргә баш табип Артур Ғәлиуллинға тапшырҙы. Был дүлектә әлеге ваҡытта 50-нән ашыу ауырыу дауаланыу курсы үтә.
Акцияға Асҡын халҡы ла ихлас ҡушылыр, тигән ышаныста Ришат Марат улы.
Читайте нас: