-5 °С
Болотло
Ә аҙна һуңына төбәктә һауа торошо үҙгәрә башлай. Республикаға Төньяҡ Атлантиканан түбән баҫым килә. 6 ноябрҙә ямғырҙар башлана. Тәү сиратта Башҡортостандың көнбайыш райондарында яуым-төшөм көтөлә. 7 һәм 8 ноябрҙә яуым-төшөм арта. Ағастарға һәм сымдарға ҡар һырыуы көтөлә.
«Ел секундына 15-20 метр тиҙлектә иҫә башлай. Һауа температураһы көндөҙ +3, -2 градусҡа тиклем түбәнәйә», — тип өҫтәне синоптиктар.
10 ноябргә иһә Башҡортостанда ҡар ятырға тейеш.