Шоңҡар
0 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
3 Ноябрь 2020, 13:38

Кишерҙе нисек һаҡларға?

Һорау: Яңы уңышты баҙға һалыуға ике ай ҙа үтмәне. Ә кишерҙәр ваҡ ҡына аҡ тамырҙар ебәрә лә башланы. Был нимәнән икән?

Баҙҙа һауа артыҡ йылы һәм дымлы булғанда кишер ҡабат тамыр сығара башлай. Был хәл айырыуса йәшелсәне шыптыр ҡапсыҡтарҙа һаҡлаған осраҡта күҙәтелә.
Һаҡлау ҡағиҙәләре боҙолғанда дым бүленеү арта, тамыр үҫә башлай. Кишер тамырға туҡлыҡылы матдәләрен бирә, һөҙөмтәлә, уның ауырлығы кәмей, сифаты насарая.
Бындай хәл булмаһын өсөн һаҡлау ҡағиҙәләрен үтәү кәрәк: һауа йылылығы 0 градус, ә сағыштырмаса дымлылыҡ 80-90 процент булырға тейеш. Уларҙы тейешле күрһәткестә тотоу өсөн елләткес ҡулланырға мөмкин. Шулай уҡ дымлылыҡты арттырыу өсөн һыу бөркөргә, йәки дымлы туҡыма киҫәктәре элеп ҡуйырға кәңәш ителә. Ә артыҡ дымлы булһа инде баҙға һүндерелмәгән известь һибергә була.
Читайте нас: