Шоңҡар
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
3 Ноябрь 2020, 12:10

Сәнғәт төнө йырлы-моңло булмаҡсы

Был саранан Милли йәштәр театры ла ситтә ҡалмаясаҡ.

Быйылғы онлайн форматтағы Сәнғәт төнөн Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры театр артистарының музыкаль клиптары һәм Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Илшат Яхиндың баян моңдары менән 18.00 сәғәттә башлай. Йырсы-актерҙар заманса һәм халыҡ йырҙарын оҫта башҡарыуҙары менән күптән тамашасы һөйөүен яулаған инде. Уларҙы тағы бер ҡарап алыу - көҙгө кискә йәм өҫтәр.
Теүәл 19.00 сәғәттә театр фондынан Флорид Бүләков әҫәре буйынса ҡуйылған "Ҡарт кейәүҙәр, йәки Шомбай ҡоҙа" комедияһы "Ютуб" каналында урын алыр. Комедияның ҡуйыусы-режиссеры - Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Рөстәм Хәкимов. Шомбайҙың ни рәүешле ҡоҙа булып китеүен, уның ҡомһоҙ байҙы нисек еңеүен һәм һуңынан барыһын да бәхеткә илтеүен күреп, бер аҙ кәйеф күтәргегеҙ килһә, театрҙың виртуаль каналына инергә онотмағыҙ.
Комедиянан һуң Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Гөлшат Ғайсина оҫталыҡ дәресенә лә саҡырыр.
- Сәнғәт төнөн мауыҡтырғыс итеп үткәрергә теләүселәр беҙҙең каналға һәм социаль селтәрҙәр сәхифәләренә көйләнегеҙ, - тип хәбәр итте театрҙың әҙәбиәт бүлеге хеҙмәткәре Рәзилә Ырыҫҡужина.
Читайте нас: