Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
4 Ноябрь 2020, 15:20

Дим баҙары ябылды

Ғәйеплеләргә административ хоҡуҡ боҙоу тураһында эш ҡуҙғатылған.

Баш ҡаланың Дим биҫтәһендәге баҙарға халыҡ республикабыҙҙың төрлө төбәктәренән. Барығыҙға ла сауҙә үҙәгенең ябылыуы хаҡында хәбәр итәбеҙ. Бында республиканың Сауҙа һәм хеҙмәттәр министрлығы белгестәре баш ҡаланың Дим районындағы сауҙа объекттарында битлек режимы үтәлешен тикшерҙе. Билдәле булыуынса, республикала коронавирусҡа бәйле хәлдәр ҡатмарлашыу сәбәпле был йәһәттән талаптар ҡәтғиләнде, рейдтар даими уҙғарылып тора.

Дим биҫтәһендә урынлашҡан “Көньяҡ” баҙарында, Магистраль урамындағы “Перекресток” һәм Ухтомский районындағы “Магнит” супермаркеттарында тикшереү үткәрелеп, был объекттарҙа санитар-эпидемиологик талаптарҙың үтәлеүе билдәләнде.
Унан тыш, “СОЮЗ” сауҙа үҙәге лә (Дим баҙары) тикшерелде. Контроль саралары бүлеге етәксеһе Владимир Сайгак һөйләүенсә, битлек режимы бында үтәлә, тик барыбер бер ни тиклем етешһеҙлектәр теркәлгән. Мәҫәлән, павильондарға ингән ерҙәрҙә һатып алыусыларҙың тән температураһы үлсәнмәй. Ошо факт буйынса өс эшҡыуарға ҡарата административ хоҡуҡ боҙоу тураһында эш ҡуҙғатылған. Баҙар етешһеҙлектәр юҡҡа сығарылғансы ябыласаҡ.
Башҡортостан Башлығының 18 мартта ҡул ҡуйған “Юғары әҙерлек тураһында”ғы Указына ярашлы, министрлыҡ хеҙмәткәрҙәре хакимиәт вәкилдәре һәм хоҡуҡ һаҡсылары менән берлектә көн һайын талаптар үтәлешен тикшерә. Республикала битлек режимы башланғандан алып 1 ноябргә тиклем 59503 ойошмала тикшереү ойошторолған, уларҙа 511 етешһеҙлек асыҡланған.
Читайте нас: