Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
4 Ноябрь 2020, 16:55

Юлыҡтар журнал да, китап та уҡыйҙар!

Дуҫтар, ә һеҙ журналға яҙылдығыҙмы?

Ғафури районының Юлыҡ ауылында, 2020 йылдың икенсе ярты йыллығына “Шоңҡар” журналына яҙылыусыларға, редакциябыҙҙа эшләгән яҙыусы, шағирҙарҙың китаптарын бүләк итәсәгебеҙ тураһында хәбәр иткән инек. Ниһайәт, маҡсатыбыҙға ирештек! Пандемия сәбәпле, Юлыҡ ауылы китапханаһында йыйылышып булмаһа ла, һәр береһенә тиерлек шәхсән алып барҙыҡ.
Журнал уҡыусыларының төрлө йәштә, төрлө һөнәр эйәләре булыуҙары һөйөндөрә. Мәҫәлән, Рүзилә Зәйнетдинова, Минзилә Шаһиева, Нәжиә Ҡужина хаҡлы ялдағы бухгалтер, уҡытыусылар. Резида Ҡужина почта бүлексәһендә эшләй, Гөлсинә Зәйнуллина – ашнаҡсы. Ә Минзилә Мәмәтҡолова, Альмира Яҡшыбаева, Светлана Кәримова Юлыҡ мәктәбендә белем бирәләр.
“Журналға яҙылмай ҡалғаным юҡ, - ти хаҡлы ялдағы биология һәм химия уҡытыусыһы Нәжиә Ҡужина. – Үҙем уҡып сыҡҡас, күршеләргә ҡулдан-ҡулға китә”.
Бергә һәм берҙәм булайыҡ!
Читайте нас: