Шоңҡар
-3 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Новости
6 Ноябрь 2020, 15:15

Ҡар ҡатыш ямғыр көтөлә

Ниндәй һауа температураһы көтөлә?

Ошо көндәрҙә Өфөлә һауа торошоноң боҙолоуы һәм ҡар ҡатыш ямғыр көтөлә. Башгидромет синоптиктары мәғлүмәттәре буйынса, 6 ноябрҙә, йома, бер аҙ ямғыр, иртән урыны менән боҙлауыҡ фаразлана. Ел көньяҡ-көнбайыштан талғын. Һауа температураһы көндөҙ +4, +9 градус була.
Шәмбе, 7 ноябрҙә ҡар ҡатыш ямғыр, төндә һәм иртән юлдарҙың ҡайһы бер участкаларында боҙлауыҡ. Ел көньяҡ-көнбайыштан, төньяҡ-көнбайыштан талғын. Һауа температураһы төндә һәм көндөҙ -2, +3 градус.

Юлдарҙа боҙлауыҡ. 8 ноябрҙә урыны менән ағастарға һәм сымдарға епшек ҡар һырыуы, елдең тиҙлеге секундына 15-20 метрға тиклем көсәйә. Һауа температураһы көндөҙ +3,-2-гә тиклем түбәнәйә. 7-10 ноябрҙә республикала ҡар ятыуы көтөлә. Был көндәрҙә юлдарҙа һаҡ булыуығыҙ һорала.

Читайте нас: