Өфө районының Булгаков ауылында “Яңы Булгаков” торлаҡ комплексының 31-се йортонан 48 фатир хужаһына асҡыс тапшырҙылар.
Дүрт ҡатлы йорт “Рәсәй ғаиләләре өсөн торлаҡ” программаһына ярашлы төҙөлдө. Объектты 2016 йылда тапшырыу ҡаралһа ла, “Стройвертикаль” йәмғиәте ваҡытын күсереп килеп, һуңынан бөлгөнлөккә төштө. Предприятиела ситтән тороп идара итеү индерелә.
Ул саҡта 17 күп фатирлы йорт төҙөлөп бөтмәй ҡала, йәғни 500-ҙән ашыу өлөшсө алдана. Был мәсьәләне хәл итеү өсөн предприятиеның активтары – инженер селтәрҙәре, ер участкалары – һатыла. Эске биҙәлеш эштәре тулыһынса эшләнеп бөтмәһә лә, фатирҙар әҙер.
Өфө районы хакимиәте башлығы Вилорий Угаров билдәләүенсә, төҙөлөштә ҡатнашҡандарҙың бөтәһе өсөн дә был – шатлыҡлы ваҡиға.
– Асҡыс тапшырған саҡта өй туйлаусыларҙың йөҙҙәрендә шатлыҡ балҡыны, рәхмәт һүҙҙәре яңғыраны. Кешеләр дүрт йыл көттө, ҡайғырҙы һәм өмөтләнде. Республика Хөкүмәте ярҙамында финанс ярҙамы туплау мөмкинлеге тыуҙы, был төҙөлөштө аҙағына еткереүгә һәм алданған өлөшсөләр тарихын тамамларға булышлыҡ итте. Әле эске биҙәкләү эштәренә бәйле мәсьәләләрҙе хәл итәһе бар, таунхаустарҙы һатып алған кешеләр үҙ торлағын көтә, төҙөүсе йыл аҙағына тиклем быны башҡарырға вәғәҙә бирҙе. Әлеге мәлдә документтар “Росреестр”ға тапшырылған, хужалар милеккә хоҡуҡтары тураһында танымалар аласаҡ, унан һуң газ менән тәьмин итеү мәсьәләһе ҡараласаҡ. Шулай уҡ йәшәү өсөн уңайлы шарттар тыуҙырыуға – юл, спорт һәм балалар майҙансыҡтары төҙөүгә иғтибар талап ителә, - тине ул.
Берҙәм реестрҙа туғыҙ проблемалы объект иҫәпләнә, шул иҫәптән дүрт күп фатирлы йорт (17А – нефть үткәргестәргә яҡын урынлашҡан урында, 7А, 30А һәм 30Б – әҙерлек кимәле бик түбән, төҙөлөш алып барылмай). Был йорттарҙы “Стройвертикаль” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте төҙөмәйәсәк. Ул йорттарҙағы өлөшсөләр башҡа күп фатирлы йорттарға күсереләсәк.
Башҡортостан Башлығы ҡарамағындағы кеше хоҡуҡтары буйынса Совет ағзаһы Зөлфиә Ғайсина алданған өлөшсөләр мәсьәләһе буйынса: "Ике йыл эсендә республикала алданған өлөшсөләрҙең мәсьәләһен хәл итеү буйынса эштең ыңғай һөҙөмтәһе күҙәтелеүен билдәләй алам. Бөгөнгә уларҙың күпселегенең мәсьәләләре хәл ителде. Беҙҙә федераль власть органдары менән тығыҙ бәйләнеш булдырылған, алданған өлөшсөләр компенсация сифатында аҡса алһын, проблемалы йорттарҙы төҙөп бөтөрөү өсөн федераль фонд саралары йәлеп ителгән", - тине.
Зөлфиә Ғайсина белдереүенсә, Башҡортостан Башлығы төбәк етәксеһе вазифаһын башҡарыусы итеп тәғәйенләнгәндә үк алданған өлөшсөләр мәсьәләһенең өҫтөнлөклө булыуын билдәләгәйне. Был ауыр мираҫ тырышлыҡ һәм етди финанс ярҙамы менән хәл ителә килә.
Фото: Өфө районы хакимиәтенән.