Шоңҡар
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
7 Ноябрь 2020, 15:10

Элекке гимнастка спорт менән шөғөлләнеүен дауам итәме әллә?

Һомғол булыр өсөн башҡорт һылыуы өс ҡағиҙәгә таянырға кәңәш итә.

  1. Организмды таҙартыу өсөн ваҡыты-ваҡыты менән ас тороу. Хәлгә һәм ихтыяр көсөнә ҡарап төрлөсә булыуы мөмкин. Ун ике сәғәт, аҙнаһына бер көн, көн ярым тәғәм ризыҡ ҡапмай сыҙау матур кәүҙә өсөн төп аҙымдарҙың береһе.
  2. Һыу. Элекке спортсы уянғас та, иртәнгелекте, төшкөлөктө ашар алдынан бер стакан һыу эсә. Киске ашты бөтөнләй һыу ғына алмаштыра.
  3. Спорт һәм йоҡо. Ләйсән Үтәшева иртән 20 минут самаһы йүгерә һәм киске ун берҙән һуң да ҡалмай әүен баҙарына китә икән. “Йоҡо минең өсөн беренсе урында, - ти ул. – Күп ваҡыт әҙ йоҡлау һимереүгә килтерә. Мөләйем йөҙлө һәм һомғол кәүҙәле булайым тиһәң, тәүлегенә кәмендә ете сәғәт йоҡларға кәрәк”.
  4. Читайте нас: