Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
7 Ноябрь 2020, 23:05

Ихаталар балҡып тора

Улар хәүефһеҙ япма менән түшәлгән.

Республиканың төрлө район һәм ҡалаларында “Башҡортостан ихаталары” программаһы сиктәрендәге эштәр тамамланыу өҫтөндә. Мәҫәлән, ошо көндәрҙә Ишембай ҡалаһының Ленин проспектындағы 2-се һәм 4-се йорттар ихатаһындағы төҙөкләндереү тамамланып, объект файҙаланыуға тапшырылды.
Был маҡсатта 16 миллион һум аҡса тотонолған. Ихатала өс спорт майҙансығы ҡуйылған, шул иҫәптән 112 квадрат метр майҙанлыҡ хоккей корты ла. Шулай уҡ бәләкәстәр ҡыуанысына өс балалар майҙансығы барлыҡҡа килгән. Улар хәүефһеҙ япма менән түшәлгән, дөйөм майҙаны 790 квадрат метр тәшкил итә. 56 урынлыҡ машина ҡуйыу урыны эшләнгән, 25 яҡтыртҡыс һәм дүрт видеокүҙәтеү системаһы ҡуйылған. 820 квадрат метрҙа йәшелләндереү башҡарылған.
– Ихата тулыһынса яңырҙы. Уны төҙөкләндереү проекты халыҡ менән бергәләп хәл ителде, уларҙың бар теләктәре иҫәпкә алынды. Һөҙөмтәне үҙегеҙ күрәһегеҙ – балаларҙың шат тауыштары ишетелә һәм ата-әсәләр ҡәнәғәт йылмая, – ти “ИДЕЗ” предприятиеһы директоры Павел Костылев.
Читайте нас: