Шоңҡар
-2 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Новости
8 Ноябрь 2020, 16:05

Бәхил бул, әҙип!

Бихисап хеҙмәттәр ҡалдырҙы.

Шағир, яҙыусы һәм ҡурайсы, СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы, Башҡортостадның атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Муса Мортазин исемендәге, Фәтих Кәрим исемендәге, Рәмзилә Хисаметдинова исемендәге, Мөхәмәтша Буранғолов исемендәге премиялар лауреаты Мәүлит Ямалетдин вафат булды.
Мәүлит Байгилде улы Ямалетдинов 1947 йылдың 5 февралендә Башҡорт АССР-ының Учалы районы Аһылай ауылында колхозсы ғаиләһендә тыуған.
Күрше Ҡаҙаҡҡол ауылындағы һигеҙ йыллыҡ мәктәпте тамамлағас, ике йыл урындағы «Байрамғол» совхозында эшләй. 1964—1968 йылдарҙа Өфө музыка-педагогия училищеһында уҡый.
Хеҙмәт эшмәкәрлеген Баймаҡ ҡалаһындағы мәктәп-интернатта музыка уҡытыусыһы булып башлай. Артабан, Совет Армияһында хеҙмәт итеп ҡайтҡас, Сибай ҡалаһы мәктәп-интернатында йыр һәм музыканан уҡыта, Иҫке Сибай балалар музыка мәктәбенең директоры була. 1977—84 йылдарҙа Учалы районы Уральск ҡасабаһында (хәҙер ауыл) музыка мәктәбе директоры була.
1983 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. 1987 йылда Мәскәүҙә Юғары әҙәби курстарҙы, 2001 йылда ситтән тороп Башҡорт дәүләт университетын тамамлай.
Учалы яҙыусылар ойошмаһында яуаплы сәркәтип була, Учалы районында милли-ижтимағи ойошманы етәкләй. «Ватандаш», «Ағиҙел» журналдарында эшләй.
.Мәрхүмдең туғандарының һәм яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ.

Читайте нас: