Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
9 Ноябрь 2020, 11:15

Дим буйҙарын таҙарттыҡ

Был сарала бөтә халыҡ әүҙем ҡатнаша.

Тирә-яҡ мөхитте үҙебеҙ таҙартмаһаҡ, кем таҙартыр? Тап ошондай ниәт менән Әлшәй районының Ибрай һәм Ҡармыш ауылдары биләмәләрендә Дим йылғаһы буйҙарын сүп-сарҙан таҙартыуға арналған “Таҙа яр” акцияһы үтте.

Был экологик сара ирекмәндәр һәм “Йәш гвардия” активистарының берҙәм көсө менән ойошторолған, шулай уҡ унда ветерандарҙың “Хәрби туғанлыҡ” йәмәғәт ойошмаһы ағзалары ла әүҙем ҡатнашҡан.
“Акцияның маҡсаты йылға һәм һыу ятҡылыҡтары ярҙарын сүп-сарҙан таҙартыуға ғына ҡайтып ҡалмай. Беҙҙең бурыс – үҙ өлгөбөҙҙә йәш быуында, ошо төбәктә йәшәгән халыҡта экологик мәҙәниәт тәрбиәләү, тәбиғәтте һаҡлау кеүек изге эшкә йәмәғәтселектең иғтибарын йәлеп итеү, тыуып үҫкән еребеҙҙе ҡәҙерләргә өйрәтеү”, - ти Әлшәй районы хакимиәтенең спорт һәм йәштәр эштәре буйынса комитеты рәйесе Динар Марат улы Әхмәдрисламов.
Әйтергә кәрәк, райондың әүҙем йәштәре, йәмәғәт ойошмалары акцияны даими үткәреп, район биләмәһендәге йылға-күл буйҙарын таҙалап тора. Уларға мәғариф һәм башҡа тармаҡ хеҙмәткәрҙәре лә ҡушыла.
“Таҙа яр” Бөтә Рәсәй акцияһы һәм башҡа экологик саралар сиктәрендә башҡарылған барлыҡ эштәр Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарында билдәләнгән “Экология” милли проекты ҡуйған бурыстарға тулыһынса яуап бирә.
Читайте нас: